8 декабрь, Кесе йома

07 декабрь 2011 йыл, 10:14

Республикала 117 меңдән ашыу кеше өйҙә тауыш биргән

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда 117 меңдән ашыу кеше Дәүләт Думаһы депутаттары өсөн өйҙә тауыш биргән. Был хаҡта БР Үҙәк һайлау комиссияһының һайлауға йомғаҡ яһауға арналған ултырышында Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, был һайлауҙа ҡатнашҡан бар халыҡтың биш проценты тиерлек.

Өйҙә тауыш биреүселәрҙең күбеһе – инвалидтар (81 меңдән ашыу). Ҡалғандары – башлыса өлкән йәштәге һәм ҡаты сирле кешеләр.

Хәйҙәр Вәлиевтың билдәләүенсә, Башҡортостандағы 178 һайлау участкаһында бюллетендәрҙе автоматик эшкәртеү комплекстары ҡуйылған. Уларҙың барыһы ла көйлө эшләгән. Бындай комплекстар Өфөнөң 14 участкаһында һәм республиканың бихисап ҡала һәм ауылдарында урынлаштырылған. Бюллетендәрҙе автоматик эшкәртеү комплекстары Урал аръяғында һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа ғына ҡулланылмаған. Был техник сәбәптәргә бәйле, үрҙә билдәләнгән райондарҙа бындай комплекстарҙы хеҙмәтләндереүҙе ойоштороуы ҡатмарлыраҡ. Комплекстар ҡуйылған участкаларҙа башҡа участкаларға ҡарағанда һайлауға килеүселәр иҫәбе өс процентҡа күберәк булған.

темалар: һайлауҙар