8 декабрь, Кесе йома

07 декабрь 2011 йыл, 10:04

Башҡортостанда һайлау һөҙөмтәләре ғәмәлдә тип танылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау һөҙөмтәләре ғәмәлдә тип танылды. Бындай ҡарар Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының тауыш биреүгә йомғаҡ яһауға бағышланған ултырышында ҡабул ителде.

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәйлә Алтынова хәбәр итеүенсә, һайлау һөҙөмтәләрен ғәмәлдә түгел тип иҫәпләргә сәбәптәр юҡ.

Нәйлә Алтынова шулай уҡ һайлау барышында ҡағиҙә боҙоуға ялыуҙар хаҡында һөйләне.

Үҙәк һайлау комиссияһы йәмғеһе 56 бындай мөрәжәғәт теркәгән. Уларҙың күпселеге киләһе сәйси партияларҙан ҡабул ителгән: КПРФ-тан – 31, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән – 6, ЛДПР-ҙан, «Яблоко»нан һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙән – берәр мөрәжәғәт.

Тауыш биреү тәртибен боҙоуға ялыуҙар һаны – 15, тауыштарҙы һанауға ҡағылышлы ялыуҙар – бишәү, күҙәтеүселәрҙең, комиссияларҙың хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә ағзаларының һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең хоҡуҡтарын боҙоуға ҡағылышлы 12 ялыу булған. Өс ялыу һайлау алды агитацияһы менән бәйле.

Республика прокуратураһынан да һайлау барышында ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында 10 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

— 4-5 декабрҙә ҡабул ителгән мөрәжәғәттәрҙең береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы, улар буйынса саралар күрелде, — тип комментарий бирҙе Нәйлә Алтынова.

темалар: һайлауҙар