5 декабрь, Дүшәмбе

06 декабрь 2011 йыл, 15:43

Башҡортостан бизнесҡа финанс ярҙам күрһәтеүе өсөн наградланды

автор: Любовь Колоколова

Үтеп барған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан «бөтә йүнәлештәр буйынса финанс ярҙам күрһәтеү программаһын тормошҡа ашырыуҙың тотороҡло ыңғай динамикаһын күрһәткән» республика булараҡ «Йыл төбәге» номинацияһында наградаға лайыҡ булды, тип хәбәр итә Кредит ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәте.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү программаһы сиктәрендә быйыл 800-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес субъекты яҡынса өс миллиард һум суммаға банк кредиттары алған.

Кредит ойошмалары ассоциацияһының башҡарма директоры Әсхәт Хөснетдинов фекеренсә, әлеге награда Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡты кредитлау буйынса эштең системалы һәм юғары һөҙөмтәле кимәлгә ҡуйылыуы тураһында һөйләй.