5 декабрь, Дүшәмбе

06 декабрь 2011 йыл, 15:21

Баш ҡалала «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһы бара

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы менән иғлан ителгән «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһы ярҙамында Өфөнөң Ленин районында белем алыусы мәктәп уҡыусылары 8,5 тонна макулатура йыйған. Ошо көндәрҙә мәктәптәрҙә ҡағыҙ йыйыу буйынса эстафетаны баш ҡаланың Октябрь районы ҡабул итте. Бөгөнгө көнгә бында 4,3 тонна макулатура йыйылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә бер ай элек старт алған акцияла ҡаланың барлыҡ дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары ҡатнаша ала. «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһы ҡала райондары буйынса бер нисә этапҡа бүленгән. Макулатураны алыу өсөн мәктәптәргә «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының махсус автомобиле – экомобиль килә.

— Макулатураны рациональ файҙаланыу һәм эшкәртеү кәрәклеген балаларға күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Билдәле булыуынса, бер тонна макулатура дүрт кубометрға яҡын ағасты һаҡлай, ә был биш ҙур ағас тигән һүҙ. Тимәк, мәктәп уҡыусылары дөйөм алғанда 60-тан ашыу ағасты һаҡлап ҡалған, — тине «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.