Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.40 ↓

EUR 72.00 ↑

25 май, Йома

Уфа   °

Өфөлә һайлауҙар тарихы буйынса күргәҙмә эшләй

Сәйәсәт

Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙы әҙерләү һәм үткәреү сиктәрендә ойошторолған «Һайлауҙар тарихы – ил тарихы» күргәҙмәһе Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала эшләй. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

— Күргәҙмәлә Өфө мәктәптәре уҡыусылары һәм республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында белем алыусылар булды. Теләгән һәр кем өсөн экскурсиялар ойошторабыҙ, — тине китапхана бүлеге мөдире Сажиҙә Бишева.

Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау тамамланыу айҡанлы күргәҙмә яңы экспонаттар менән тулыландырыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күргәҙмә 12 декабргә тиклем эшләйәсәк.

автор: Евгений Рәхимҡолов
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть