7 декабрь, Шаршамбы

06 декабрь 2011 йыл, 12:35

Башҡортостан һәм Алжир белгестәр менән алмашасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре менән Алжир дипломаттары профилле предприятиеларҙың етештереү һәм фәнни потенциалы менән танышыу маҡсатында нефть-газ комплексы белгестәре менән үҙ-ара алмашыу тураһында килешеүгә өлгәште. Мәскәүҙә республиканың эшлекле даирәһе Алжир Халыҡ Демократик Республикаһы илсеһе Смаил Шерги әфәнде менән осрашты, тип хәбәр иттеләр Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан. Осрашыу сиктәрендә нефть һәм газ сығарыу, шулай уҡ углеводород сеймалын эшкәртеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе үҫтереү перспективалары тикшерелде.

Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Павел Бармин, Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Андрей Халиков, «Бурсервис» фәнни-етештереү предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Өфө) һәм «Пакер» фәнни-етештереү фирмаһы предприятиелары етәкселеге ҡатнашты. Осрашыуҙы үткәреүҙә Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән ойошторолған Рәсәй-Ғәрәбстан эшлекле советы ярҙам күрһәтте.

Алжир вәкилдәре Башҡортостандың 2012 йылдың мартында Хасси-Мессауд ҡалаһында нефть-газ ҡорамалдары күргәҙмәһендә республика предприятиеларының продукцияһын  тәҡдим итеү ниәтен хупланы. Шул уҡ ваҡытта Алжир яғы Sonatrach дәүләт нефть компанияһы белгестәренең Башҡортостанға визитын әҙерләүҙе ойошторорға уйлай.

Башҡортостандың иҡтисади потенциалы менән таныштырғандан һуң, Смаил Шерги әфәнде Башҡортостан Республикаһы менән Алжирҙың нефть һәм газға бай бер төбәге менән оҙайлы ваҡытҡа хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте, шулай уҡ Башҡортостанға килергә теләген белдерҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың эшлекле даирәһенең Алжир илселегенә визиты ике яҡлы Рәсәй-Алжир хөкүмәт-ара комиссияһы алдынан ойошторолғайны.