4 декабрь, Йәкшәмбе

06 декабрь 2011 йыл, 11:24

Республикала һайлаусыларҙың 79 проценты тауыш бирҙе

автор: Марина Шумилова

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, Башҡортостанда Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа һайлаусыларҙың 79,3 проценты ҡатнашты, тип хәбәр итте Өфөлә үткән брифингта Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.

Электораль исемлектәрҙә республикала тауыш биреү тамамланыуға 3016362 һайлаусы булған. Киләһе өс район халҡы һайлауҙа айырыуса әүҙемлек күрһәткән: Ҡариҙел (һайлаусыларҙың 98,6 проценты тауыш биргән), Ҡырмыҫҡалы (98,1 процент), Балтас (98 процент). Шулай уҡ йәнә 26 районда һайлауҙа һайлаусыларҙың 90 проценттан ашыуы ҡатнашҡан.

Был күрһәткестәр буйынса ҡалалар араһынан Сибай беренсе урында килә (һайлаусыларҙың 81 проценты тауыш биргән). Өфөлә тауыш биреүҙә һайлаусыларҙың 70,3 проценты ҡатнашҡан. Ағиҙел ҡалаһында халыҡ артыҡ әүҙемлек күрһәтмәгән, унда һайлауҙа һайлаусыларҙың ни бары 50,6 проценты тауыш биргән.

темалар: һайлауҙар