10 декабрь, Шәмбе

06 декабрь 2011 йыл, 10:38

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡына мөрәжәғәт итте

автор: "Башинформ"

5 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡына видеомөрәжәғәтендә билдәләүенсә, алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау төбәктә ойошҡан рәүештә һәм уңышлы үтте.

— Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла яуаплылыҡ күрһәткәндәре, гражданлыҡ позицияһы, илебеҙ өсөн мөһим һәм кәрәкле эштән ситтә ҡалмағандары өсөн рәхмәт белдерәм, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Ул һайлау алды һәм һайлау марафонында еңеүсе — «Берҙәм Рәсәй» партияһын ҡотланы, Башҡортостанда был партия күпселек тауыш йыйған. Шулай уҡ Президент республикала беренсе тапҡыр байтаҡ тауыш йыйған Коммунистар партияһы вәкилдәрен ҡотланы. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, «Ғәҙел Рәсәй» менән «Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы» ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән».

— Быларҙың барыһы ла – демократия башланғыстары. Был Башҡортостанда һайлауҙарҙың ғәҙел, лайыҡлы үтеүе тураһында һөйләй, беҙҙең республикала шулай булырға тейеш тә, — тип белдерҙе Президент.

— Мин еңеүсе партия исемлегендә беренсе урында торам, әммә Дәүләт Думаһына эшкә китергә йыйынмайым, тип әйтергә теләйем. Бындай ышаныс артабан эшләр өсөн көс бирә, һәм йәмғиәттең миңә ҡарата ышанысы булғанда Башҡортостан Республикаһында эшләйәсәкмен әле. Яҡлауығыҙ өсөн, республикала һайлауҙа ҡатнашып, мөһим эш башҡарғанығыҙ өсөн рәхмәт, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов республика халҡына мөрәжәғәтендә.  

— Беҙҙең алда яңы һайлау тора. Март айында Рәсәй Президентын һайлаясаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡала округтарында ҡала Советтарын булдырасаҡбыҙ. Был да ҙур һәм ауыр эш, әммә был һынауҙарҙы ла намыҫ менән үтербеҙ, тип ышанам, — тине Башҡортостан Президенты.

темалар: бр президенты