4 декабрь, Йәкшәмбе

06 декабрь 2011 йыл, 9:55

«Ҡыш бабайға хат» хәйриә акцияһында ҡатнашыусылар 1500-ҙән ашыу хат яҙған

автор: Эльмира Сабирова

Республика балалары ҡышҡы тылсымсы – Ҡыш бабайға 1500-ҙән ашыу хат яҙған. Уларҙа балалар үҙҙәренең изге һәм файҙалы эштәре тураһында бәйән итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды «Ҡыш бабайға хат» хәйриә проектын һигеҙенсе тапҡыр үткәрә. Унда мәктәпкә бармаған сабыйҙар һәм 15 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. Шарт буйынса хатты 10 декабргә тиклем интернет аша (dedmorozufa@mail.ru электрон адресына), йәки почта аша (450047, Өфө ҡалаһы, Ҡыш бабайға абонент йәшниге) ебәрергә була, шулай уҡ хатты «Ғаилә» сауҙа-күңел асыу комплексында урынлаштырылған Ҡыш бабайҙың почта йәшнигенә һалырға була.

Йола буйынса иң ҡыҙыҡлы хат авторҙары бүләктәр һәм Яңы йыл тамашаларына саҡырыу ҡағыҙҙары аласаҡ.

Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, декабрь уртаһында шулай уҡ алда әйтеп үтелгән проект сиктәрендә «Ҡыш бабайҙың гәлсәр конькиҙары» хәйриә акцияһы үткәреләсәк. Программала – конькиҙарҙа конкурстар, ярыштар, уйындар. Һөҙөмтәләр буйынса Ҡыш бабай ҡаланың иң күңелле, социаль йәһәттән әүҙем, сәләмәт командаһына «Гәлсәр конькиҙар» кубогын тапшырасаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт – Фонд сайтында.