9 декабрь, Йома

05 декабрь 2011 йыл, 15:53

Төбәктә «Йәйғор» балалар метеостанцияһы булдырылды

автор: Галина Бахшиева

Благовещенда ҡаланың балалар техник ижад үҙәге уҡыусыларының үҙаллы метеорологик күҙәтеүҙәр үткәреү мөмкинлеге тыуҙы.

— «Йәйғор» балалар метеостанцияһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, уның ярҙамында уҡыусылар һауа торошо хаҡында ентекле мәғлүмәт ала, атмосфера баҫымы динамикаһын үлсәй һәм анализлай, ел йүнәлешен һәм көсөн өйрәнә. Бынан тыш, балалар үҙаллы яуым-төшөм күләмен үлсәй, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Благовещен техник ижад үҙәге уҡытыусылары һүҙҙәренсә, балалар метеостанцияһы ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки яңы уҡытыу алымы уҡыусыларҙа үҙаллы эҙләнеү, мәғлүмәт эшкәртеү һәм анализлау оҫталыҡтарын формалаштырыуҙа булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш метеостанция асыу балаларға тәбиғәткә тағы ла яҡыныраҡ булырға ярҙам итәсәк.

Метеостанциянан тыш, үҙәктә «Ер-һауа-һыу» балалар ғилми-тикшеренеү экологик күҙәтеү лабораторияһы эшләй башланы, ул төрлө тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.