3 декабрь, Шәмбе

05 декабрь 2011 йыл, 15:10

Башҡортостанда Яңы йылға 206 мең шыршы әҙерләнә

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда Яңы йыл байрамына шыршылар әҙерләнә. Республиканың Урман хужалығы министрлығы бойороғона ярашлы шыршылар министрлыҡҡа ҡараған дәүләт унитар предприятиелары менән әҙерләнә һәм һатыуға сығарыла.

— Декабрҙә дөйөм алғанда 206 мең шыршы ҡырҡып алынасаҡ. Урман һылыуҡайҙарын иң күбе «Белорет урманы» дәүләт унитар предприятиеһы әҙерләмәксе – 22 мең ағас. «Туймазы урманы»  - 20 мең, «Йылайыр урманы» — 12 мең ағас әҙерләйәсәк, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.

Министрлыҡ ҡарамағында булған дәүләт унитар предприятиеларынан һатып алынған ике метрға тиклем оҙонлоҡтағы шыршы хаҡы 150-200 һум тәшкил итәсәк.

Бөгөнгө көнгә шыршы һатыу өсөн урындар тураһында ҡала һәм район хакимиәттәре менән һөйләшеп килешелгән.

Шул уҡ ваҡытта урман хужалыҡтарында йәш шыршыларҙы законһыҙ киҫеп алыуҙы туҡтатыу саралары әүҙем алып барыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт урман контроле инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урман фондында ғына түгел, юлдарҙа ла патруллек итә. Бөгөнгө көнгә республикала 31 пост булдырылған. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы законһыҙ ҡырҡылған йәш шыршы, аҡ шыршы һәм ҡарағайҙар өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Штрафтар күләме граждандар өсөн – 3,5 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 20-30 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 50-100 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш тәбиғәткә килтергән зыянды ла ҡапларға кәрәк буласаҡ. Әгәр ҙә шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡҡанда ниндәй ҙә булһа техника йәки ҡорамал ҡулланылһа, административ штрафтар күләме арттырыла.