Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә бер вакантлы урынға рәсми рәүештә бер кешенән дә әҙерәк тура килә

Иҡтисад

Өфөнөң хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты үткән аҙна эсендә бер нисә пунктҡа кәмегән һәм әлеге ваҡытҡа 0,79-ға тиң. Икенсе төрлө әйткәндә, Башҡортостандың баш ҡалаһында бер вакантлы урынға рәсми рәүештә әүәлгесә бер кешенән дә әҙерәк тура килә.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә ҡалала яҡынса 11600 буш эш урыны иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта ҡалала 8500-ҙән ашыу эшһеҙ теркәлгән, уларҙан яҡынса 7700 кеше эшһеҙлек буйынса пособие ала.

Өфөлә бөгөнгә рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,53 процент тәшкил итә. Ҡаланың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә йәмғеһе туғыҙ меңдән ашыу кеше иҫәптә тора. Уларҙан 500-ҙән ашыуы бөгөнгө хеҙмәт баҙарында кәрәкле булған һөнәрҙәр буйынса уҡыуын дауам итә.

Үткән аҙна эсендә генә Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге хеҙмәттәре менән 1600-ҙән ашыу кеше файҙаланған, уларҙан 200 кеше төрлө һорауҙар буйынса консультация алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть