6 декабрь, Шишәмбе

05 декабрь 2011 йыл, 12:21

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре комитетының Попечителлек советы составына инде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре комитетының Попечителлек советы составына инде. Республика башлығы кандидатураһы 1 декабрҙә Спорт ойошмаһы идараһы ултырышында Мәскәүҙә раҫланды.

Шулай уҡ ултырышта Комитеттың Попечителлек советы тураһында Положение раҫланды һәм 2012 йылға эш пландары тикшерелде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө 2021 йылда Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына дәғүә итә. Геннадий Алешин етәкселегендәге Рәсәйҙең Милли һәм олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре комитеты делегацияһы Өфөлә 10 ноябрҙә булды, делегация визиты барышында Башҡортостан баш ҡалаһының Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге тикшерелде. Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса комитет булдырырға ҡарар ителде, ул тейешле документация һәм презентация өсөн материалдар әҙерләйәсәк, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.