7 декабрь, Шаршамбы

05 декабрь 2011 йыл, 10:26

Дума һайлауҙарының яҡынса һөҙөмтәләре буйынса республикала «Берҙәм Рәсәй» алда бара

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, территориаль һайлау комиссияларының барлыҡ протоколдарын эшкәрткәндән һуң, Дума һайлауҙары һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы алда бара, ул 70,5 процент тауыш йыйған. Икенсе урында – КПРФ, ул 15,65 процент тауыш йыйған.

«Ғәҙел Рәсәй» – 5,45, ЛДПР – 5,20, «Яблоко» — 1,25, «Рәсәй Патриоттары» — 0,54, «Хаҡ эш» 0,39 процент тауыш йыйған.

Республикала һайлауҙа һайлаусыларҙың 79,3 проценты ҡатнашҡан.

темалар: һайлауҙар