7 декабрь, Шаршамбы

05 декабрь 2011 йыл, 9:54

Башҡортостанда һайлаусыларҙың 75,7 проценты тауыш бирҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда 4 декабрҙә 20 сәғәткә Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙа һайлаусыларҙың 75,7 проценты тауыш биргән. Бындай яҡынса мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова таныштырҙы. Уның һүҙҙәренсә, 2007 йылда үткән Дума һайлауҙарында халыҡ күберәк ҡатнашҡан – 83 процент тирәһе.

Марина Долматова билдәләүенсә, үткән һайлауҙар менән сағыштырмаса, әлегеһе тынысыраҡ үткән, ығы-зығы әҙерәк булған һәм тауыш биреү барышында тәртип боҙоу айҡанлы ялыуҙар һаны ла әҙерәк теркәлгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 4 декабрҙә төшкә ҡарай һайлаусыларҙың – 22 проценты, 15 сәғәткә — 44 проценттан ашыуы, 18 сәғәткә 65 проценттан ашыуы тауыш биргән.

темалар: һайлауҙар