4 декабрь, Йәкшәмбе

02 декабрь 2011 йыл, 18:19

Стәрлетамаҡта Чечняла һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алдылар

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Көн элгәре Стәрлетамаҡтың яугир-интернационалистарына арналған стела янында Чечняла һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу көнө сиктәрендә митинг үтте. Унда ҡала округы хакимиәте башлығы Алексей Изотов, уның кадрҙар һәм муниципаль хеҙмәт буйынса урынбаҫары Рөстәм Басыров, Чечен Республикаһындағы ҡораллы конфликтта ҡатнашыусыларҙың «Набат» союзы рәйесе Александр Подобный, 28949-сы хәрби часть командиры Сергей Ксенофонтов, ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге начальнигы Азат Камалетдинов, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар, Чечняла һәләк булған һалдаттарҙың әсәләре, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районынан 2 меңгә яҡын егет Чечен Республикаһында һәм Кавказдағы башҡа хәрби частарҙа хеҙмәт иткән. Уларҙың 20-һе хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған.

— Уларҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булып торһон, — тип билдәләне үҙ сығышында Алексей Изотов.

Митинг стелаға сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Был көндө митингыла ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡ педагогия колледжында булды. Улар иғтибарына әҙәби композиция тәҡдим ителде. «Сода» мәҙәниәт һарайында үткән хәтер кисәһендә Рөстәм Басыров менән Александр Подобный хәрби хәрәкәт ветерандарына, ветерандар хәрәкәтен үҫтереүҙә булышлыҡ иткән ҡала предприятиелары һәм ойошмалары вәкилдәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы.

темалар: хәтер