3 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2011 йыл, 17:32

Республика социаль ойошмаларға ярҙамға 23 миллион һумдан ашыу субсидия аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыуға 23 миллион 774 мең һум аҡса аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте әлеге программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан төбәктәргә субсидия бүлеүҙе раҫлаған. Был маҡсаттарға йәмғеһе 600 миллион һум йүнәлтелгән.

Иң ҙур субсидияларҙы Санкт-Петербург – 37 миллион 591 мең һум, Башҡортостан – 23 миллион 774 мең, Татарстан – 25 миллион 914 мең, Краснодар крайы – 29 миллион 511 мең, Нижегород, Свердловск һәм Һамар өлкәләре 23 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ.

Хәҙер төбәктәр социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға финанс ярҙамы күрһәтеү өсөн конкурс үткәрергә тейеш. Бынан алда координация советы Иҡтисади үҫеш министрлығына төбәктәргә, субсидиялар ағымдағы йылда ҡулланылмаһа, уларҙы тейешле маҡсаттарға 2012 йылда файҙаланырға рөхсәт итергә тәҡдим иткәйне.