9 декабрь, Йома

02 декабрь 2011 йыл, 17:00

Өфөлә 2012 йылда йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатын әҙерләү һәм үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйылды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «2012 йылда Өфөлә йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатын әҙерләү һәм үткәреү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Төбәк башлығы чемпионатты әҙерләү һәм үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составын раҫларға һәм 2011 йылдың 15 декабренә тиклем тейешле саралар планын әҙерләргә ҡушты.

Указдың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.

Ярыштар Өфөлә 2012 йылдың август-сентябрь айҙарында үтәсәк, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.