8 декабрь, Кесе йома

02 декабрь 2011 йыл, 16:15

Башҡортостан Хөкүмәте еңел таксиҙарҙы теркәү тәртибен раҫланы

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән республикала еңел таксиҙар менән пассажирҙар һәм багаж ташыуҙы ойоштороу буйынса саралар раҫланды.

Документ менән рөхсәт ҡағыҙҙарын биреү һәм ҡайтанан рәсмиләштереү тәртибе һәм уларҙың реестрын алып барыу тәртибе раҫланды, тип асыҡланылар Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән.

Еңел таксиҙар өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән биш йылға документтар пакетын тикшереү һөҙөмтәһендә биреләсәк.

Рөхсәт ҡағыҙын биреү һәм ҡайтанан рәсмиләштереү 800 һум торасаҡ.

Документ 2011 йылдың 1 сентябрендә барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡарата ҡулланыла.

Ҡарарҙың үтәлешенә контроллек итеү вице-премьер Сергей Афонинға йөкмәтелде.