10 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2011 йыл, 15:26

Йәрмәкәй ауылында яугир-интернационалистарға һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Флорида Шакирова

Йәрмәкәй ауылында яугир-интернационалистарға һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға мемориал асылды.

«Башинформ» агентлығына Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Флорида Шакирова хәбәр итеүенсә, район өс яҡташын (Илмир Исхаҡов, Рифҡәт Ноғоманов, Сергей Стариков) – Афғанстанда, ике яҡташын (Александр Шивкин, Зинур Низамов) Чечняла юғалтҡан. Районда халыҡ уларҙы һәр саҡ иҫкә алһын өсөн, ә үҫеп килеүсе быуын тыныс ваҡыттын ҡәҙерен белһен өсөн барыһын да эшләйҙәр.

Яҙ көнө, Бөйөк Еңеүгә 66 йыл тулғанда, яугир-интернационалистарҙың һәм локаль конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында Йәрмәкәй ауылының Еңеү паркында мемориал төҙөргә ҡарар ителде. Шунда уҡ уның нигеҙ ташы һалынды.

Һәм бына ошо көндәрҙә мемориалды асыу тантанаһы үтте.

— Хәрби бурыстарын үтәп, беҙҙең егеттәр сит яҡта һәләк булды, — тине сарала ҡатнашыусы Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов. – Унда әлегә тиклем беҙҙең һалдаттарҙы ҙур ихтирам менән иҫкә алалар, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлағаны өсөн яугирҙарға рәхмәтлеләр. Үҙебеҙҙән һуң Афғанстанда үткәргән 10 йыл эсендә төҙөлгән 150 объект ҡалдырҙыҡ, халыҡ әлегә тиклем уларҙың әүмәтен күрә. Әммә Рәсәй яугирҙары Афғанстан еренә башҡа бер ҙә аяҡ баҫмаясаҡ.

темалар: һәйкәлдәр