5 декабрь, Дүшәмбе

02 декабрь 2011 йыл, 12:33

Ҡыштың тәүге көндәре Башҡортостанға ҡарҙар алып килә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда алдағы ял көндәрендә бер аҙ һыуытасаҡ. Гисметео мәғлүмәте буйынса, республикала төндә 16-18 градус һыуыҡ буласаҡ. Көндөҙ – 8-12 градус һыуыҡ. Көндәрҙең болотло булыуы, ҡар яуыуы көтөлә.

Алдағы аҙнала һауа температураһы күтәреләсәк, тип фаразлай синоптиктар. Шул уҡ ваҡытта ҡар яуыуы көсәйәсәк.

темалар: һауа торошо