7 декабрь, Шаршамбы

02 декабрь 2011 йыл, 12:21

Республиканың иң яҡшы йәш ғаиләһе Бөрйән районында йәшәй

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Ҡыштың беренсе көнөндә Өфөлә 14-се «Йәш ғаилә-2011» республика конкурсының еңеүсеһе билдәләнде. Көтөп алынған финал М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте. Аҙаҡҡы этапта алты пар ҡатнашты — өфөлөләр Ринат һәм Гөлсәсәк Ғатауллиндар, Күмертауҙан Салауат һәм Дилә Ғатауллиндар, Бөрйән районынан Рәмис һәм Айгиҙә Исламғоловтар, Ҡырмыҫҡалы районынан Ғайса һәм Миләүшә Ғайфуллиндар, Йәрмәкәй районынан Евгений һәм Мария Аникиндар, Октябрьский ҡалаһынан Василий һәм Татьяна Галета.

— Был залда иң сағыу ғаиләләр йыйылған, — тине Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Һеҙ Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалалары исеменән сығыш яһайһығыҙ. Һәр берегеҙ үҙенсәлекле, әммә һеҙҙе бәхетле ғаилә тормошоноң айырып алғыһыҙ өлөшө — мөхәббәт, балалар, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ берләштерә.

Әлеге конкурстың төп темаһы – йыһан. Ул осраҡлы түгел: 2011 йыл – илебеҙҙә Рәсәй космонавтикаһы көнө. Һәм, әлбиттә, һәр ғаилә беҙҙең икһеҙ-сикһеҙ Галактика йондоҙлоғо булып тора.

Йәш, талантлы, бәхетле, перспективалы – жюри ағзалары һәр ғаиләгә шундай характеристика бирҙе. Баһа биреү һәр саҡ ауыр, ә үтә сағыу ғаиләләр араһынан иң яҡшыһын һайлап алыу икеләтә ауыр, тип иҫәпләй жюри ағзалары.

Шулай ҙа конкурстың Гран-прийын алыусылар билдәләнде. Улар – Бөрйән районынан Исламғоловтар ғаиләһе. Рәмис Әнүәр улы менән Айгиҙә Вәлит ҡыҙы биш йыл бергә йәшәй. Уларҙың дүрт йәшлек ҡыҙҙары Элина үҫеп килә, үҙенең музыкаль һәм бейеү оҫталыҡтары менән ул береһен дә битараф ҡалдырманы.

— Беҙ Өфөлә студент булған саҡта таныштыҡ, Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә саф һауала йөрөй инек. Таныштыҡ, яратыштыҡ, шулай итеп ғаиләбеҙ ҙә тыуҙы, — тип һөйләй ғаилә башлығы.

Исламғоловтар жюри ағзаларын үҙҙәренең тәбиғилеге һәм әртистәргә хас оҫталыҡтары менән хайран ҡалдырҙы.

— Еңергә бик тә теләгән инек, — тип һөйләй Айгиҙә. – Тәүҙә ҡаушаныҡ, әлбиттә. Әммә хәҙер, барыһы ла артта ҡалғас, беҙ бәхетле.

Уларҙың ныҡлы ғаилә сере бер-береңде аңлауҙа, ихлас булыуҙа, оптимизмда.

— Тик алға ғына барырға, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, яратырға, сабыр булырға, бер-береңде тыңлай һәм ишетә белергә, ғәфү итергә — шул саҡта барыһы ла килеп сығасаҡ, — тип иҫәпләй йәш ғаилә.