5 декабрь, Дүшәмбе

02 декабрь 2011 йыл, 11:26

2 декабрҙә «Һайлауҙар-2011» халыҡ-ара мәғлүмәт үҙәге эшләй башлай

автор: Марина Шумилова

2 декабрҙә Мәскәүҙә «Һайлауҙар-2011» халыҡ-ара мәғлүмәт үҙәге эшләй башлай, уны Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ҡатнашлығында һайлау хоҡуҡтарын яҡлау буйынса «Граждандар контроле» коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ассоциацияһы ойоштора, тип хәбәр итә РФ Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат хеҙмәте.

Халыҡ-ара күҙәтеүселәрҙең һәм Рәсәйҙең йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең киң мәғлүмәт саралары менән килешеп эш итеүен ойоштороу «Һайлауҙар-2011» халыҡ-ара мәғлүмәт үҙәгенең төп маҡсаты булып тора.

Халыҡ-ара күҙәтеүселәр, Рәсәй йәмәғәтселеге вәкилдәре, Рәсәй һәм сит ил политологтары, һайлау хоҡуғы өлкәһендәге эксперттар, шулай уҡ Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларының брифингтары һәм матбуғат конференциялары ойоштороласаҡ.

Һайлау көнө — 4 декабрҙә «Һайлауҙар-2011» халыҡ-ара мәғлүмәт үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк, 5 декабрҙең кисендә уның эшен туҡтатыу планлаштырыла.

темалар: һайлауҙар