Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем дауам итәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Был көндәр ял көндәре тип иғлан ителде, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

— 2012 йылда 1 һәм 7 ғинуарҙағы байрам көндәре ял көндәренә тура килә. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта ял көнө байрамдан һуң килгән эш көнөнә күсерелә. Тимәк, ял көндәре йәкшәмбе 1 ғинуарҙан һәм шәмбе 7 ғинуарҙан 2012 йылдың 6 һәм 9 ғинуарына күсерелә, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Эльмира Кожаева.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 2012 йылда 1 – 9 ғинуар ял көндәре булып тора. 2011 йылдың 30 декабрендә эш көнө ҡыҫҡартылмай.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск  биргәндә 1, 2, 3, 4, 5 һәм 7 ғинуарҙағы ял һәм байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть