Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Һиндостан хазинаһы күргәҙмәһе асылды

Йәмғиәт

«Һиндостан хазинаһы» күргәҙмәһе Өфөлә 1 декабрҙә «Аҡбуҙат» ипподромында асылды һәм 10 көн дауамында эшләйәсәк. Бында ҡулдан туҡылған келәмдәр, ынйынан эшләнгән биҙәүестәр, тәбиғи материалдарҙан төрлө изделиелар, шулай уҡ мебель тәҡдим ителә.

«Башинформ» агентлығына ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, мәҙәни-күңел асыу программаһы был экзотик сараның мөһим бер өлөшө булып тора: йырҙар, бейеүҙәр һәм башҡа ижади номерҙар тәҡдим ителә.

Бынан тыш, теләгән һәр кем сәй һәм ҡәһүәнең айырым сорттарынан, көнсығыш илдәренең тәм-томдарынан ауыҙ итә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть