8 декабрь, Кесе йома

01 декабрь 2011 йыл, 20:01

Октябрьский – Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалалары иҫәбендә

автор: Марина Шумилова

Рәсәйҙең Төбәк үҫеш министрлығында 2010 йыл өсөн «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтте. Октябрьский ҡалаһы «100 меңдән алып һәм унан да ашыу халҡы булған ҡала биләмәһе» категорияһында өсөнсө урын алды.

Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалалары иҫәбенә Октябрьский өсөнсө йыл рәттән инә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың үҫеш күрһәткестәре һәм муниципаль берәмектең төҙөкләндерелеүе конкурста баһалау критерийҙары булып тора. 100 меңдән алып һәм унан да ашыу халҡы булған ҡалалар араһынан беренсе урынға Түбәнге Кама лайыҡ булды, икенсе урында – Яр Саллы (Татарстан), өсөнсө урынды Октябрьский (Башҡортостан) менән Новороссийск (Краснодар крайы) үҙ-ара бүлеште.

Еңеүселәргә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премиялар тапшырылды.