Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөрйән районында 11,5 меңдән ашыу һайлаусы тауыш бирәсәк

Йәмғиәт

Бөрйән районында 11,5 меңдән ашыу һайлаусы иҫәпләнә, уларҙан 126 кеше – тәүгә тауыш бирәсәк, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Бөрйән районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сатвал Мерәҫов.

Тауыш биреү 35 һайлау участкаһында үтәсәк, уларҙың иң ҙуры район үҙәге – Иҫке Собханғол ауылында урынлашҡан (1919 кешегә), ә иң бәләкәйе – Үрге Нөгөш ауылында, ул 36 һайлаусыға иҫәпләнгән. Өс парламент партияһы вәкилдәре уларҙың һәр береһендә булырға теләк белдергән.

Сатвал Мерәҫов һүҙҙәренсә, халыҡ та ҙур әүҙемлек күрһәтә, барыһы ла тиерлек алдағы һайлауҙар менән ҡыҙыҡһына.

Агитацион кампания әүҙем эшләй. «Таң» гәзитендә даими рәүештә партиялар һәм уларҙың вәкилдәре тураһында материалдар баҫылып тора. Йәш һайлаусылар өсөн класс сәғәттәре, конкурстар ойошторола, китапханалар тематик стендтар әҙерләгән.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть