8 декабрь, Кесе йома

01 декабрь 2011 йыл, 19:09

Төбәктә ағас күмере етештереү буйынса предприятиелар һаны арта

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда ағас күмере етештереү буйынса предприятиелар һаны арта. Һуңғы ике йыл эсендә генә республикала 20-нән ашыу бындай предприятие ойошторолған, 200 яңы эш урыны булдырылған. Йыллыҡ етештереү күләме 250 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.

Әлеге ваҡытта ағастарҙың күпселеге йомшаҡ япраҡлы, шулай уҡ ағас ҡалдыҡтары һәм таҡта киҫәктәре производствола ҡулланылмай һәм уларҙы йышыраҡ тик яғалар. Шуға күрә ағас күмере етештереү төбәктә түбән сортлы ағасты утилләштереүҙең иң оптималь варианттарының береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр Республиканың Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығынан.