3 декабрь, Шәмбе

01 декабрь 2011 йыл, 18:36

Быйыл 13 ғалим Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы лауреаты булды

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы лауреаттары исемлегенә йәнә 13 яңы лауреат өҫтәлде. Уларҙың барыһы ла – инновацион производстволарҙың алдынғы ғалимдары һәм һәләтле практиктары. Уларҙың эшләнмәләре ҙур фәнни әһәмиәткә эйә. Премияларҙы тапшырыу тантанаһы Башҡортостандың Хөкүмәт йортонда үтте.

БР фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы булдырылғандан алып был юғары наградаға 34 кеше лайыҡ булды.

Быйыл эксперттар комиссияһына 16 эш тәҡдим ителде, уларҙың етәүһе – фән өлкәһендә, туғыҙы – техника һәм технология өлкәһендә, дүртәүһе – монография. Өс фундаменталь ғилми тикшеренеү тәҡдим ителде.

Бөгөн наградланыусылар араһында — ӨДАТУ ғалимдары һәм «ЕСМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре. Уларҙың проектына «Роснано» дәүләт корпорацияһы юғары баһа бирҙе.

Лауреат дипломдарын, иҫтәлекле билдәләрҙе һәм 2011 йылғы Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһын фәнни-ғәмәли эше өсөн Мәскәү дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт университетының ғалимдар коллективы алды. Авторҙар эш һөҙөмтәләрен нефть сығарыу, нефть химияһы, энергетика кеүек экологик йәһәттән хәүефле өлкәләрҙә ҡулланырға планлаштыра.

Төбәктең фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһына шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты ғалимдары лайыҡ булды.

— Бөгөн беҙ Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы лауреаттарын ҡотлайбыҙ. Был премия республикала абруйлы дәүләт наградаларының береһе булып тора. Премия лауреаттары – күренекле ғалимдар, һәләтле ойоштороусылар һәм Башҡортостан менән Рәсәйҙең ғорурлығы тиһәк, һис арттырыу булмаҫ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов.