4 декабрь, Йәкшәмбе

01 декабрь 2011 йыл, 17:38

Думаға һайлауҙарҙа тауыш биреү өсөн төбәктә 3 067 700 бюллетень әҙерләнгән

автор: Марина Шумилова

2 декабрҙән дә ҡалмай барлыҡ һайлау бюллетендәре Башҡортостандың участка һайлау комиссияларына ебәреләсәк. Думаға һайлауҙарҙа тауыш биреү өсөн республикала 3 миллион 67 мең 700 бюллетень әҙерләнгән, тип хәбәр итте журналистарға Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова. Бюллетень тексы өс телдә баҫылған – рус телендә (дөйөм һандан 78 процент), башҡорт һәм татар телдәрендә (әҙерләнгән бюллетендәр һанынан 22 процент).

Ялған бюллетендәрҙән һаҡланыр өсөн алдағы һайлауҙарҙа махсус маркалар ҡулланыласаҡ, улар һайлау бюллетененең уң яҡ өҫкө мөйөшөнә йәбештерелә. Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланылғанда марка бюллетендең кире яғына йәбештерелә. Маркаһыҙ һайлау бюллетендәре тауыштарҙы һанаған саҡта иҫәпкә алынмаясаҡ.

темалар: һайлауҙар