4 декабрь, Йәкшәмбе

01 декабрь 2011 йыл, 16:13

Октябрьскийҙа төбәк-ара йәш журналистар слеты үтте

автор: Әлим Фәйезов

Октябрьский ҡалаһында IV «Идея. Ижад. Уңыш» төбәк-ара йәш журналистар слеты тамамланды, уны ҡаланың «Гном» балалар телестудияһы ойошторҙо. Сарала 120-гә яҡын кеше ҡатнашты.

Быйыл тәүгә слетҡа Нефтекаманан «Свои» телестудияһы һәм Баулынан (Татарстан) «Вектор» телестудияһы вәкилдәре килде. Ә бына Туймазынан «Тин ТВ» һәм Мәскәү өләкәһе Сергиев Посадтан «Гусь» бына инде икенсе йыл рәттән бында килә. Әлбиттә, сарала «Гном» журналистары һәм фестивалдә даими ҡатнашыусылар – ҡала мәктәптәренең ижади командалары ҡатнашты.

Слеттың ике көнө лә сараларға бай булды, тип хәбәр иттеләр ойоштороусылар. Төрлө конкурстар, оҫталыҡ кластары ойошторолдо. Быйыл бәйгеләрҙең береһен («Теленовости») тәүгә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр каналы редакторы Элина Хананова үткәрҙе.

Ҡунаҡтар өсөн Октябрьский ҡалаһы буйлап экскурсия ойошторолдо.

Конкурстарҙа ҡатнашыусы йәш журналистар наградалар алды һәм, әлбиттә, оҫталыҡтарын арттырҙы, тәжрибә тупланы.