7 декабрь, Шаршамбы

30 ноябрь 2011 йыл, 16:40

Башҡорт аграр университеты студенттар отрядтарын ойоштороу буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡорт дәүләт аграр университетының «Колос» махсус студенттар отряды Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының юғары уҡыу йорттары студенттар отрядттары слетынан еңеү менән ҡайтты. Слет һәм «Ауылды яңыртыу – йәштәр эше» форумы Волгоградта үтте.

Сарала бөтә Рәсәйҙән 40-тан ашыу студенттар отряды ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. «Колос» махсус студенттар отрядының биш активисы Башҡортостан исеменән сығыш яһаны.

Эксперттар комиссияһы ағзалары фекеренсә, беҙҙең команда башҡарылған эш күләме һәм сифаты, юғары тәртип кимәле, ялды ойоштороу, йәмәғәт эштәрен башҡарыу буйынса иң яҡшыларҙан тип танылған.

Башҡортостан командаһының еңеүе киләһе йыл конкурсты беҙҙең республикала үткәреү хоҡуғын бирә.