11 декабрь, Йәкшәмбе

30 ноябрь 2011 йыл, 16:13

Республика Президенты: ҡулланыусылар кооперацияһын тергеҙергә кәрәк

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика парламентына әлеге Мөрәжәғәтендә ҡулланыусылар кооперацияһын тергеҙеү кәрәклегенә иғтибарын йүнәлтте.

— Ауылда йәшәүселәрҙең күпселеге сифатлы, экологик яҡтан таҙа, ҡиммәт булмаған аҙыҡ продукттары етештерә алыр ине, — тип билдәләне ул. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ҡулланыусылар кооперацияһы кешеләрҙе берҙәм баҙарға туплай алмай, ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә стимул бирә алмай.

Республика башлығы, яҡын киләсәктә был мәсьәләне хәл итеүҙең аныҡ юлдарын билдәләргә кәрәк, тип иҫәпләй.