7 декабрь, Шаршамбы

30 ноябрь 2011 йыл, 15:32

«Халыҡ өсөн эшләү»: Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәт менән сығыш яһаны

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

30 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Халыҡ өсөн эшләү» Мөрәжәғәте менән сығыш яһаны, унда алдағы һәм оҙайлы ваҡытҡа республиканы үҫтереү буйынса төп йүнәлештәр билдәләнгән.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Парламентына тәүге Мөрәжәғәте менән һигеҙ ай элек сығыш яһағайны, унда халыҡтың власҡа ҡарата ышанысын нығытыу, ғәҙеллекте йәнә йәшәү нормаһы итеү төп маҡсат булып билдәләнгәйне. Үҙенең икенсе Мөрәжәғәтендә республика башлығы киләһе һорауҙарға яуап бирҙе: был маҡсатҡа ирешеүҙә нимәләр эшләнде, власть менән йәмғиәт араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу йүнәлеше һөҙөмтәләр килтерәме, уны үҫтерергә, нығытырға кәрәкме, алдағы ваҡытҡа ниндәй бурыстар ҡуйыла һәм республика ниндәй һөҙөмтәләргә ирешә ала?

— Әлеге ваҡытта беҙҙең алда торған төп проблема – ул республиканың иҡтисади ҡеүәте менән беҙҙең граждандарҙың йәшәү кимәленең тап килмәүе, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты. – Беҙ ауыл хужалығы биләмәләренә, һыу ресурстарына, файҙалы ҡаҙылмаларға бай төбәктә йәшәйбеҙ. Күп быуындар хеҙмәте арҡаһында Башҡортостандың иҡтисади, фәнни, мәғариф потенциалы булдырылған. Бөгөн республика Рәсәй төбәктәренең иҡтисади йәһәттән иң үҫешкән төбәктәренең береһе булып тора, күп күрһәткестәр буйынса лидерҙар иҫәбенә инә. Әммә беҙ ғорурланған нәмәләрҙең барыһын да ҡасандыр булдырған һәм әле булдырыусы кешеләр бәләкәй хеҙмәт хаҡы ала, иҫке фатирҙарҙа йәшәй һәм хеҙмәтенә күрә башҡа лайыҡлы һөҙөмтәләрҙән мәхрүм. Ғәҙеллек принцибы боҙола.

— Дөйөм иҡтисади күрһәткестәр – үҙмаҡсат түгел, ә ни бары айырым кешеләрҙең проблемаларын ни рәүешле хәл итә алыуыбыҙ индикаторы, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Республика байлыҡтарының һәм уның иҡтисади потенциалының ябай граждандар мәнфәғәтенән сығып эшләүе алдағы ваҡытҡа төп маҡсат булып тора. Бының өсөн власть структураларын халыҡ мәнфәғәттәренә йүнәлтеү зарур. Халыҡ өсөн эшләү – хәҙер был өс һүҙ властың оҙайлы ваҡытлы стратегияһын да, халыҡтың көндәге тормошон да билдәләйәсәк.