5 декабрь, Дүшәмбе

30 ноябрь 2011 йыл, 14:12

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының 45-се ултырышы асылды

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһы дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 45-се ултырышы үтә. БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарынан тыш, унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республиканың дәүләт власы, урындағы үҙидаралыҡ органдары етәкселәре, Федерация Советы ағзалары һәм Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Йәмәғәт һәм Йәштәр палатаһы ағзалары, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары, йәмәғәтселек, дини ойошмалар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Парламенттың пленар ултырышында «2012 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында»ғы һәм «2012 йылға Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды бюджеты тураһында»ғы закон проекттары ҡараласаҡ.

Депутаттар йәмғеһе 30-ҙан ашыу закон проектын ҡараясаҡ. Улар араһында – граждандар мөрәжәғәтенә, һаулыҡ һаҡлауға, адреслы социаль ярҙамға, инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеүгә ҡағылышлы республика закондары проекттары.

«Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының урындағы үҙидара органдарына медицина ярҙамын күрһәтеүҙе ойоштороу буйынса Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер дәүләт вәкәләттәрен бүлеү тураһында»ғы закон проекты айырыуса иғтибар талап итте. Проект Өфө ҡалаһы Советы тарафынан тәҡдим ителде.

Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эше буйынса комитет «Мәғариф тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проектын тәҡдим итте. Проектта сәнғәт өлкәһендәге мәғариф программаларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген күҙ уңында тотоу тәҡдим ителә.

Шулай уҡ беренсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһы территорияһында пассажирҙар автомобиль транспорты менән халыҡты транспорт хеҙмәтләндереүен ойоштороу тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы республика законы проекты ҡараласаҡ. Был инициатива федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр менән бәйле һәм пассажирҙар ташыу өлкәһендә контроллек итеү йәһәтенән хоҡуҡтарҙы көйләй.

Ултырыштың көн тәртибендә «Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы тураһында»ғы республика законы проекты ла бар. Проект беренсе уҡыуҙа тәҡдим ителде.

«Эсәр һыу тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы һәм «Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр инедреү тураһында»ғы республика закондары проекттары Дәүләт Йыйылышының яҡын арала үтәсәк пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡарарға тәҡдим ителде.