9 декабрь, Йома

30 ноябрь 2011 йыл, 10:49

Баймаҡ районында Сибай кантондың исеме мәңгеләштерелде

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең йәмәғәт эшмәкәре, сәсән, импровизатор, «Сибай» йыры авторы Сибай кантон булараҡ билдәле булған Шаһиәхмәт Утарбай улы Сибаевты хөрмәтләп иҫкә алдылар. Быйыл уның тыуыуына 190 йыл тулды.

Әлеге ваҡытта сәсәндең туғандары йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Таҡтаташты асыу тантанаһында Баймаҡ районы хакимиәте, Иҫке Сибай ауыл советы вәкилдәре, сәсәндең туғандары, ауыл халҡы, Башҡортостандың Әбйәлил һәм Учалы районынан ҡунаҡтар ҡатнашты.

Шаһиәхмәт Сибаев иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыу идеяһын уның туғандары ғына түгел, урындағы тарихсылар, крайҙы өйрәнеүселәр ҙә, Иҫке Сибай мәктәбе етәкселеге һәм ауыл советы хакимиәте лә тәҡдим иткән, тип хәбәр иттеләр Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Иҫке Сибай ауылындағы һәм Әбйәлил районының Рәхмәт ауылындағы урамдар Шаһиәхмәт Сибаев исемен йөрөтә. Уның иҫтәлегенә Башҡорт дәүләт университетының Сибайҙағы филиалы алдында бюст урынлаштырылған, Рәхмәт һәм Иҫке Сибай мәктәптәрендә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Шаһиәхмәт Сибаевтың тормошо һәм ижады хаҡында 2007 йылда Хөснулла Хәмитовтың «Сибай сәсән» китабы донъя күрҙе.

темалар: хәтер