10 декабрь, Шәмбе

30 ноябрь 2011 йыл, 9:55

Башҡортостанда йорт төҙөү өсөн бушлай ер алыу хоҡуғына эйә булған граждандар өсөн документтар исемлеге раҫланды

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Хөкүмәте бер тапҡыр һәм бушлай ер алыу хоҡуғына эйә булған граждандарға индивидуаль торлаҡ төҙөү өсөн ер участкаларын бүлеү өсөн кәрәкле документтар исемлеген раҫланы.

Закон менән был хоҡуҡҡа эйә булған граждандарҙың биш төп категорияһы билдәләнде:

– торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торған граждандар өсөн;

– торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә тормаған йәш ғаиләләр өсөн (ир һәм ҡатындың икеһенә лә 35 йәш тулмаған булырға тейеш), йәки тулы булмаған ғаиләләр (йәше 35-тән артмаған ир йәки ҡатын), һәм торлаҡ ҡануниәтенә ярашлы торлаҡҡа мохтаж, торлаҡ милексеһе булмаған бер һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләр өсөн;

– торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә тормаған, торлаҡ милексеһе булмаған бюджет өлкәһендәге ойошмала эшләүсе хеҙмәткәрҙәр, билдәһеҙ срокка төҙөлгән хеҙмәт килешеүе, йәки өс йылдан да кәм булмаған срокка төҙөлгән хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн;

– өс һәм унан да артыҡ бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе граждандар өсөн;

– инвалид бала тәрбиәләүсе граждандар өсөн.