Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Республика вәкиле «XXI быуат лидеры» бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты

Йәмғиәт

Өфөнөң «Спутник» туристар клубы рәйесе Станислав Сырыгин Волгоградта үткән «XXI быуат лидеры» бөтә Рәсәй конкурсы финалында өсөнсө урынға лайыҡ булды. Станислав «Балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларының 26-35 йәшлек лидерҙары» номинацияһында иң яҡшыларҙан тип табылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.

Конкурста илдең 40 төбәгенән йәмғеһе йөҙҙән ашыу перспективалы йәш кеше ҡатнашты. Финалда ҡатнашыусылар күргәҙмә, үҙ-үҙеңде күрһәтеү конкурсы, эш уйыны, проекттарҙы яҡлау кеүек бәйгеләрҙә үҙ тәжрибәһен һәм потенциалын күрһәтте.

— Күргәҙмәлә мин үҙемдең туристар клубын, анығыраҡ әйткәндә — республикала велосипедтар йөрөшөн үҫтереүҙе тәҡдим иттем, — тип әйтә Станислав Сырыгин. – Үҙ-үҙеңде күрһәтеү конкурсында эксперттарға һәм хеҙмәттәштәргә үҙеңден гражданлыҡ позицияңды еткереү, төбәктә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа үҙеңдең тәжрибәңде һәм ролеңде күрһәтеү фарыз ине. Эш уйынында мин «Федераль кимәлдә спорт туризмы үҙәктәре селтәрен булдырыу» проектын әҙерләнем һәм яҡланым. Конкуренция ҙур булды. Үҙ номинациямда тәүге өсәү иҫәбенә инеүем менән ғорурланам.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть