Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Шаран районында 44 һайлау участкаһы эшләйәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостандың Шаран районында 17 меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы Руслан Иҙиәтов хәбәр итте. Уларҙың 200 кешеһе – 4 декабрҙә һайлауға тәүгә киләсәк йәштәр. Улар өсөн дипломдарҙан тыш бүләктәр ҙә әҙерләнгән. Һайлау көнөндә Шаран районында 44 һайлау участкаһы эшләйәсәк, был үткән һайлау кампаниялары менән сағыштырмаса бергә кәмерәк. Был районда кәрәкле бүлмәләрҙең булмауы менән бәйле. Район үҙәге – Шаран ауылында урынлашҡан дүрт һайлау участкаһы һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары менән йыһазландырылған. Белгестәр фаразлауынса, Шаран районының яҡынса 300 кешеһе йәшәү урыны буйынса һайлауҙа ҡатнаша алмаясаҡ. Бөгөнгө көнгә теркәүҙән төшөү таныҡлыҡтарын яҡынса 130 кеше алған. Руслан Иҙиәтов фаразлауынса, һайлауға халыҡтың 80 проценты киләсәк.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть