10 декабрь, Шәмбе

29 ноябрь 2011 йыл, 15:48

Баймаҡ районында яңы мәсет төҙөлдө

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылында мәсет асыу тантанаһы үтте. Сарала Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының төбәктең көньяҡ-көнсығыш райондарындағы вәкиле Ислам Исламбаев, Баймаҡ районының имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла Буранбаев, Сибайҙың йәмиғ мәсете имам-хатибы Әғләметдин Ғәзизов, мәсет төҙөүҙә ярҙам иткән эшҡыуарҙар һәм урындағы халыҡ ҡатнашты. Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, мәсет дүрт йыл дауамында төҙөлгән.

Илшат Ситдиҡов һүҙҙәре буйынса, мәсет төҙөүҙә барыһы ла ҡулынан килгәнсе ярҙам иткән. «ПМК-Баймаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, ауылдың Ветерандар советы, Ҡуянтауҙан сыҡҡан хәлле һәм абруйлы кешеләр һәм ауыл халҡы ҙур ярҙам күрһәткән.

Нурмөхәмәт хәҙрәт урындағы халыҡҡа һәм район хакимиәтенә иман йортон төҙөгәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм ауылдың рухи мираҫы тиҙерәк тергеҙелер, тигән ышанысын белдерҙе.

Рәсәй ислам университетын тамамлаусы Әхмәт Ғәлиәквәров мәсеттең имам-хатибы итеп тәғәйенләнде.

Аҙан ҡысҡырғандан һуң, барыһы ла намаҙ уҡыны.

темалар: дин, төҙөлөш