10 декабрь, Шәмбе

29 ноябрь 2011 йыл, 14:43

Башҡортостан механизаторҙары яңы сәсеүгә әҙерләнә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың машина-трактор станциялары техникаһын алдағы йылдың сәсеү эштәренә әҙерләү буйынса семинар бөгөн, 29 ноябрҙә, Дүртөйлө районында үтә. Сараны үткәреү урыны осраҡлы ғына һайланманы. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда ауыл хужалығы техникаһын оҙаҡ һаҡлау һәм ремонтлау буйынса эш яҡшы ойошторолған, деталдәрҙе тергеҙеү буйынса үҙҙәренең эшләнмәләре лә бар. Йыл һайын район хужалыҡтары һәм ремонтлау предприятиелары сәсеү эштәре башланыуға барлыҡ техникаһын да әҙерләп ҡуя. Тимер аттар бында өҙөклөкһөҙ эшләй, техника менән белеп эш итеү һөҙөмтәһендә Дүртөйлө районы халҡы урып-йыйыу эштәрен сентябрь башына республикала беренселәрҙән булып тамамланы.

Бөгөнгө семинарҙа инженерлыҡ хеҙмәттәре республикалағы машина-трактор станцияларының һуңғы йылдарҙағы эшен анализлаясаҡ, уларҙы артабан үҫтереү стратегияһын әҙерләйәсәк. Республика агросәнәғәтенең машина-трактор станцияларынан тыш эшләй алмауы асыҡ билдәле. Уларҙың өлөшөнә сәсеү майҙандарының 40-тан ашыу проценты тура килә.