6 декабрь, Шишәмбе

29 ноябрь 2011 йыл, 13:29

Республикала – яңы идаралыҡ етәксеһе

автор: Ғәлиә Нәбиева

Евгений Георгиевич Степанов Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Федераль хеҙмәт етәксеһе Геннадий Онищенко республиканың баш санитар табибын коллектив менән таныштырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 ноябрҙә Рәсәйҙең баш санитар табибы Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышы эшендә ҡатнашты. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, шул уҡ көндө Геннадий Онищенко менән Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Фидус Ямалетдиновтың Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, Башҡортостанда Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы фәнни-тикшеренеү институты коллективтары менән осрашыуы үтте. Кәңәшмәлә яңы етәксе менән таныштырҙылар, 2012 йылға ведомство эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре билдәләнде.

Элекке етәксе Роберт Такаев вазифаһынан үҙ теләге менән июнь айында китте. Ведомство етәксеһе булып ул 2004 йылдың 12 мартынан эшләне.