9 декабрь, Йома

29 ноябрь 2011 йыл, 12:35

Башҡортостан Президенты йорт комитеттары рәйестәренең республика конференцияһында ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

28 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының йорт комитеттары союзы»ның конференцияһында ҡатнашты. Күп фатирлы йорттарҙың совет рәйестәре йәмәғәт хәрәкәтенең конференцияһында ҡатнашыусылар башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаны, ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

— Һеҙ йорт комитеттары армияһын тәшкил итәһегеҙ, был комитеттар республикала – 9,5 меңдән ашыу, — тине Рөстәм Хәмитов, күп фатирлы йорттарҙың совет рәйестәре алдында сығыш яһап. – Был торлаҡ өлкәһендә яңыса мөнәсәбәттәр булдырған ҙур коллектив.

Президент был идеяның дөрөҫ булыуын билдәләне. Ул республика халҡы тарафынан торлаҡ фонды булдырылыуы, әммә уның менән башҡа кешеләр идара итеүе хаҡында әйтте. Был айырымланыуҙы төҙәтергә кәрәк.

— Һеҙ йортта йәшәүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш, — тип мөрәжәғәт итте йорт комитеттары рәйестәренә төбәк Президенты.

Республика башлығы өлкәләге хәлдең ябай булмауын иҫкә төшөрҙө. Бының төп сәбәбе баҙар ҡанундарына иғтибар итмәүҙә, тарифтар көйләү мәсьәләһенең сәйәси төҫ алыуында.

Президент торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың эшенә бәйле ялыуҙарҙың күп булыуын билдәләне. Граждандарҙың мөрәжәғәте йылы булмау, подъездарҙа бысраҡ булыу менән бәйле.

Рөстәм Хәмитов, һуңғы ваҡытта «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ» һүҙе етешһеҙлектәр менән ассоциациялаштырыла, тип белдерҙе. Бөгөн республикала 1700 торлаҡ милекселәре ширҡәте, 194 идара итеүсе компания эшләй.

— Халыҡ хеҙмәтләндереү сифаты менән ҡәнәғәт түгел, һәм бының сәбәптәре күп, — тине Президент.

Улар иҫәбендә ул түләүҙәрҙең һәм идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлегенең асыҡ булмауын, власть менән торлаҡ милекселәренең үҙ-ара насар эш итеүен билдәләне. Халыҡһыҙ был хәлде үҙгәртеп булмаясағы билдәле.

— Халыҡ тәртип булдырыуға үҙе тотонмайынса, хәлде үҙгәртеп булмаясаҡ, — тине Президент.

Республика башлығы урлашыу мәсьәләһен дә күтәрҙе. Тармаҡҡа йүнәлтелгән аҡсаларҙың ҡайһы бер өлөшөн выжданһыҙ кешеләр үҙ кеҫәһенә һалырға маташа, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Президент торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә 200-гә яҡын хоҡуҡ боҙоу асыҡланыуы хаҡында әйтте. Судтарға торлаҡ милекселәре ширҡәттәрен бөтөрөү буйынса 58 дәғүә ғаризаһы бирелгән, йәнә 65 ғаризаға хоҡуҡи баһа биреләсәк.

— Халыҡ контролен булдырыу зарур, — тип иҫәпләй Рөстәм Зәки улы. – Был мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн нәҡ күп фатирлы йорт советтары кәрәк.

Республика башлығы тармаҡты яңыртыу, шулай уҡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән килешеп эш итеү мәсьәләһен дә ҡуҙғатты, тышҡы яҡтыртыуҙы төҙөкләндереү буйынса программалар хаҡында әйтеп үтте.

— Беҙ бергәләп эшләргә тейеш, — тип саҡырҙы Президент. – Власҡа халыҡҡа таянмайынса эшләргә ярамай. Халыҡ та барыһын да нигеҙһеҙ инҡар итергә тейеш түгел. Был яҡшы һөҙөмтәләргә килтермәйәсәк.

Республика башлығы «Домком»дың пилот проекты булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, һәм беҙҙә тормошҡа ни тиклем уңышлы ашырылыуына ҡарап, ул илдең башҡа төбәктәрендә лә булдырыласаҡ.

— Беҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ. Быға иманым камил, — тип ышанысын белдерҙе Рөстәм Хәмитов.