9 декабрь, Йома

29 ноябрь 2011 йыл, 10:20

Рөстәм Хәмитов ауыл ерендә эшләүсе йәш табиптарға түләүҙәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә урынлашҡан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы.

2012 йылдың 1 ғинуарынан ауыл дауаханаларында эшләргә теләүсе йәки әле эшләгән юғары белемле йәш белгестәр йөҙ мең күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие аласаҡ.

Башҡортостан Хөкүмәтенә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләү тәртибен әҙерләргә ҡушылды.