11 декабрь, Йәкшәмбе

29 ноябрь 2011 йыл, 9:56

Күмертауҙа Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәгенең өҫтәмә офисы асылды

автор: Любовь Колоколова

Күмертауҙа «Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге»нең өҫтәмә офисы асылды. Ул ҡала хакимиәте бинаһында урынлашты.

Уны асыу «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» республика форумы сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан.

Офисты асыу тантанаһында ҡала хакимиәте, Күмертауҙың Эшҡыуарҙар союзы, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, «БР микрофинанслау үҙәге» етәкселеге, урындағы эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Билдәләп үтергә кәрәк, республикала «Башҡортостан Республикаһы микрофинанслау үҙәге»нең туғыҙ офисы эшләп килә.