4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ноябрь 2011 йыл, 16:21

Дмитрий Медведев Евразия союзын булдырырға тәҡдим итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Евразия союзын булдырырға тәҡдим итте, Рәсәйҙең яҡын күршеләрен был союз составына инергә саҡырҙы. Был идеяны ул «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы съезының икенсе этабында тәҡдим итте.

— Беҙ партнерҙарыбыҙ – Белоруссия һәм Ҡаҙағстан менән һөйләшеп, берләшеүгә йүнәлеш алдыҡ, — тине ул. – Күршеләребеҙ артабан да беҙгә ҡушылыр, тигән ышаныста ҡалам.

Дмитрий Медведев һүҙҙәре буйынса, бындай союз проекты союзға инәсәк дәүләттәрҙең тиң хоҡуҡлылығы, тарихи берҙәмлеге һәм иҡтисади тигеҙлеге нигеҙендә булдырыла.

— Яңы иҡтисади киңлек һәм яңы союз булдырыла, — тип билдәләне ул. – Беҙҙең тауарҙар һәм хеҙмәттәр өсөн ҙур баҙарҙар булдырабыҙ. Бергә көслөрәк тә, байыраҡ та буласаҡбыҙ. Яңы союз геосәйәси йәһәттән үҙебеҙҙе көслө тойоу мөмкинлеген генә бирмәйәсәк, ул Рәсәйҙә йәшәүсе һәр кешегә файҙаһын килтерәсәк.

Ил Президентының тәҡдимен Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин да хупланы. Евразия союзы проекты Евразия киңлеге илдәренең бөгөнгө иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә тура килә һәм барыһы өсөн дә отошло буласаҡ, тип билдәләне ул.