4 декабрь, Йәкшәмбе

28 ноябрь 2011 йыл, 12:56

Республика Президенты күп балалы ғаиләләргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам итте

автор: Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков

26 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Химиктар мәҙәниәт һарайында булды, унда «Әсә көнө» байрамы үткәрелде. Сараға күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр йыйылды. Байрам Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» көнөн үткәреү сиктәрендә ойошторолдо.

— Әсәләргә ярҙам күрһәтеүҙе дәүләт беренсе урынға ҡуя, — тине республика башлығы, сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп. – Күп нәмә эшләнеп бөтөлмәгән әле. Беҙ был эште башлап ҡына торабыҙ, тәүге аҙымдар яһайбыҙ. Республика етәксеһе булараҡ, мин һәр ваҡыт әсәләрҙең тормошон еңеләйтеүгә, күп балалы әсәләрҙең торлаҡ, ер һәм башҡа мәсьәләләрен хәл итеүгә ресурстар йүнәлтеү тураһында уйлайым. Әсәләрһеҙ, ғаиләләрһеҙ, кешеләрһеҙ илебеҙҙә бер ни ҙә эшләй алмаясаҡбыҙ. Власть халыҡҡа таянып, уға ярҙам итеп кенә эшләй ала.

Президент яңыраҡ «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы Законға ҡул ҡуйыуы тураһында иҫкә төшөрҙө. Был документ бәлиғ булмаған өс һәм унан да артыҡ бала тәрбиәләүсе граждандарға шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкалары биреүҙе күҙ уңында тота. Был хоҡуҡ менән инвалид балалар тәрбиәләүсе кешеләр ҙә файҙалана ала.

Рөстәм Хәмитовтың сығышынан һуң сәхнәгә өс күп балалы ғаилә сыҡты. Уларға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Президенты былай тине:

— Өфө хакимиәте башлығы менән һеҙҙең торлаҡ мәсьәләләрегеҙ буйынса килешеүгә өлгәшелде, улар хәл ителәсәк.

Бынан тыш, ғаиләләрҙең береһенә мөрәжәғәт итеп, республика башлығы уларға микроавтобус вәғәҙә итте.