11 декабрь, Йәкшәмбе

25 ноябрь 2011 йыл, 16:55

Рөстәм Хәмитов республиканың Һаулыҡ һаҡлау буйынса күсмә Советында сығыш яһаны

автор: Людмила Терновая

Республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы этап башлай. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау буйынса күсмә Советының пленар ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Төбәк башлығы, алдағы ваҡытта, яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, тармаҡҡа 15,5 миллиард һум йүнәлтеләсәк, тип билдәләне. Средстволар техник йәһәттән ҡайтанан йыһазландырыуға тотоноласаҡ, тип күҙаллана.

Республика ғүмер оҙонлоғо буйынса, Президент һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткестәргә эйә.

Рөстәм Хәмитов яҡын арала көсөргәнешле эш талап иткән биш йүнәлеште билдәләне.

Дөйөм алғанда насар булмаған демографик һөҙөмтәләргә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда отчет осорона күрһәткестәрҙең насарайыуы күҙәтелә.

Шулай итеп, 2011 йылда үлем 0,7 процентҡа артҡан.

Иғтибар талап иткән икенсе проблема — кадрҙар мәсьәләһе. Республикала табиптар етешмәй. Бөгөнгө көнгә дефицит 10 мең белгес тәшкил итә. Рөстәм Хәмитов был проблеманы хәл итеү өсөн «Земство табибы» проекты булдырылыуы хаҡында әйтте.

Президент билдәләгән йәнә бер мәсьәлә — дарыуҙар менән тәьмин тиеү. Был проблема айырыуса ауылдар өсөн актуаль.

Шифахана-курорт тармағын үҫтереү Президент билдәләгән дүртенсе мәсьәлә булып тора. Республиканың был учреждениелары йылына 150 мең кешене хеҙмәтләндерә ала. Әммә барыһы ла бында эләгә алмай. Башҡортостан халҡының ни бары 20 проценты республика шифаханаларында ял итә ала.  

Тармаҡ өсөн бүленгән средстволарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләһе, Президент фекеренсә, шулай уҡ ентекле тикшереүҙе талап итә.

— Бөгөн беҙ үҙәк район дауаханаларының күрһәтелгән ярҙам арҡаһында яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күрҙек, — тине Рөстәм Зәки улы.

Шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарын камиллаштырыу һәм медицина ҡорамалдарын яңыртыу өҫтөндә эшләргә кәрәк, тип белдерҙе төбәк башлығы.