11 декабрь, Йәкшәмбе

25 ноябрь 2011 йыл, 15:10

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау буйынса республика Советының күсмә ултырышы үтә

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса республика Советының күсмә ултырышы башланды.

Быйыл күсмә ултырыш республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә — Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарында үтә. Унда ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, дауалау-профилактика учреждениелары етәкселәре ҡатнаша. Ултырышта һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу, кадрҙар менән тәьмин итеү, халыҡҡа күрһәтелгән медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу, һаулыҡ һаҡлауҙың матди-техник базаһын нығытыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Күсмә ултырышта ҡатнашыусылар Мәсәғүт ауылында Дыуан районының Үҙәк район дауаханаһы нигеҙендә эшләүсе өс район-ара объекты – Балалар һаулыҡ үҙәге, район-ара онкология үҙәге һәм диализ үҙәге эше менән танышасаҡ. Үҙәктәр ике бинала урынлашҡан. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов хәбәр итеүенсә, объекттарҙы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға средстволар республика бюджетынан бүленгән. Шулай итеп, Балалар һаулыҡ үҙәгенә — яҡынса 1,5 миллион һум, Онкология үҙәгенә 18 миллион һум бүленгән. Валерий Трофимов һүҙҙәренсә, әлеге медицина үҙәктәренең тулы ҡеүәтендә эшләүе республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәге өсөн бик мөһим. Балалар һаулыҡ үҙәге – был төбәктәге берҙән-бер бындай учреждение. Бөгөнгө көндә Үҙәк көнөнә 40 бәләкәй пациентты хеҙмәтләндерә.