8 декабрь, Кесе йома

25 ноябрь 2011 йыл, 13:27

Башҡортостан Президенты «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» форумын асты

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

— Башҡортостан – Рәсәй иҡтисады флагмандарының береһе булып тора, тик әлегә ул яй бара, — тине республика Президенты, Стәрлетамаҡта «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм территориялар – үҫеш нөктәләре» форумын асып.

Рөстәм Хәмитов бөгөн киләсәк өсөн көрәш барыуын билдәләне.

— Артабан алға китеү өсөн ҡайҙа көс һалырға кәрәклеген белергә, бизнес-берләшмәләрҙе нығытырға кәрәк, — тине Президент. – Эшҡыуарҙар, бизнесмендар – киләсәккә юл һалыр кешеләр.

Төбәк башлығы бергәләп эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың административ кәртәләргә юлығыуын билдәләне. Уларға агрессив мөхиттә эшләргә тура килә.

Бынан тыш, Президент республикала бизнес-берләшмәләрҙең эшмәкәрлеген еңеләйтеү маҡсатында саралар күрелеүен билдәләне. Атап әйткәндә, 19 ноябрҙә, Башҡортостанға Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев килгән көндө, административ кәртәләрҙе кәметеү тураһында Указға ҡул ҡуйылды. Башҡортостанда инвесторҙарға ташламалар булдырыусы закондар ҡабул ителә.

— Улар бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларына ла ҡағылырға тейеш, — тине Рөстәм Зәки улы.

Президент Башҡортостандың яңыртылған Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшмәкәрлеге хаҡында ла һөйләне. Элек Палата эре бизнес менән шөғөлләнһә, бөгөн уның роле башҡараҡ. Ул бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү буйынса яңы идеялар генераторы буласаҡ. Төбәк башлығы республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты эшмәкәрлегенә лә ыңғай баһа бирҙе. Уларҙың эше ҡыҙыҡлы һәм ауыр, тине.

Башҡортостан Президенты халыҡтың йәшәү сифаты мәсьәләһен дә урап үтмәне.

— Кешегә үҙ ҡалаһында йәшәүе күңелле булырға тейеш, унда уңышлы эшләү өсөн шарттар булдырыу зарур, — тине ул. – Йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа эшҡыуарҙарҙың роле мөһим. Тик улар ғына был эште башҡара аласаҡ.

Республика башлығы экспозиция менән танышты, унда республиканың бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеларының ҡаҙаныштары тәҡдим ителде.

Стәрлетамаҡта Рөстәм Хәмитов эшҡыуарҙар өсөн асылған мәғлүмәт-консультация үҙәген дә ҡараны.

Форумды асыу тантанаһынан һуң Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса тематик майҙансыҡтар эшләй башланы. Бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендәге төрлө мәсьәләләр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар ойошторолдо.

Шулай уҡ форумда бөгөнгө социаль-иҡтисади шарттарҙа төбәктәге кадрҙар сәйәсәте, белгестәр етешмәү проблемаһын хәл итеү һәм башҡа мәсьәләләр тикшереләсәк.